Өфөлә 10 октябрҙә 3 тула 25 минутта диспетчер хеҙмәтенә Октябрь проспектында «ПАЗ» һәм «НефАЗ» автобустары бәрелешкән тигән хәбәр килә. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, аварияла 12 кеше, шул иҫәптән бер бала зыян күргән. Ҡорбандар юҡ. Төрлө тән йәрәхәте менән 11 зыян күреүсене 21-се ҡала клиник дауаханаһына, ә 16 йәшлек үҫмерҙе 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһына алып киткәндәр.
Өфөнөң Граждандарҙы һаҡлау идаралығы матбуғат хеҙмәтендә «Калинин паркы» йәмәғәт транспорты туҡталышына хәрәкәт барышында «НефАЗ» автобусы инеп киткән тип өҫтәнеләр. Авария урынына ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре, ҡотҡарыусылар, янғын һүндереүселәр һәм ашығыс ярҙам килгән.
Билдәле бер мәғлүмәттәр буйынса, 249-се маршрут буйынса Черниковка яғына китеп барған «ПАЗ» автобусы 51-се маршруттағы «НефАЗ» менән бәрелешкән. Һуңғыһы йәмәғәт транспорты туҡталышына барып бәрелгән.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәтендә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бәрелешеү мәлендә «НефАЗ» маркалы автобус туҡталышта торған тип хәбәр иттеләр. Әле ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөмө эшләй. Юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәбе асыҡлана.
Фото: Өфөнөң Граждандарҙы һаҡлау идаралығы матбуғат хеҙмәте,Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы