Дуҫлыҡтан нәфрәткә - бер аҙым. Элвин Грей үҙенең Инстаграмында Гүзәл Уразованы йырҙың һүҙҙәрен урлауҙа, мутлашыуҙа ғәйепләп ҙур пост яҙа. Юлъяҡшин әйтеүенсә, "Красивая, хороший" йырын Бабек Мамедрзаев менән ижад итеп Уразованы дуэт итеп йырларға саҡыра. Элвин Грей һүҙҙәренсә, Гүзәл Уразова йырҙы татар теленә тәржемә итеп автор хоҡуҡтарын үҙләштерә.
Радиҡ Юлъяҡшин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы: «Артабан нимә булырын хәбәр итермен. Әммә йөрәгем менән һиҙеп торам, енәйәт эшен ҡуҙғатмайынса булмаҫ. Үкенескә ҡаршы, намыҫһыҙ шәхестәр менән эшләргә тура килә. Шуға ла үҙемдең хоҡуҡтарымды судта яҡларға тура киләсәк.»
Үҙ сиратында, татар эстрадаһы йондоҙо Гүзәл Уразова йәмәғәтселеккә видеояҙма менән мөрәжәғәт итә. Уразова йырҙы үҙем, биш сәғәт дауамында яҙҙым тип белдерә.
Белгестәр был талаш-тартыштың осона сығыр өсөн ентекле тикшереү үткәреү мотлаҡ тип иҫәпләй. Хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә бындай осраҡтар гражданлыҡ кодексы ярҙамында хәл ителә.
Ижадташтар араһында сыҡҡан бәхәс буйынса продюсерҙар, башҡа йырсылар аңлатма биреүҙән баш тарта. Әммә низағ артистарға тағы популярлыҡ ҡына өҫтәй. Интернет сәхифәләрендә был күренеште сағылдырған көлкөлө һүрәттәр тарала башланы. Бысраҡ пиармы, әллә ысын нәфрәтме - йырсылар үҙҙәре генә белә. Ике йондоҙ бер сәхнәлә балҡырмы - тамашасы өсөн был һорау йомаҡ булып ҡала.