Новости
27 Сентябрь 2018, 21:00

Константин Толкачев: «Иҡтисадты үҫтереү өсөн хоҡуҡи база булдырыу өҫтөндә эшләйбеҙ»

Яңы саҡырылыш Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы эшендә өҫтөнлөклө эшмәкәрлек йүнәлештәре иҫәбендә республика парламенты спикеры Константин Толкачев Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеүҙе атаны.

«Улар байтаҡ йүнәлештәргә арналған, әммә иң мөһиме – ул иҡтисади мәсьәләләр, иртәгәге көндә алға китеште тәьмин итәсәк технологиялар булдырыу. Дәүләт Йыйылышы республикала иҡтисад, эшҡыуарлыҡ үҫеше өсөн юридик йәһәттән бик яҡшы шарттар барлыҡҡа килһен өсөн кәрәкле хоҡуҡи база булдырыу өҫтәндә эшләй», — тип билдәләне йәнә һайланған Дәүләт Йыйылышы рәйесе.
«Хәҙерге депутаттар корпусындағы ошондай яңырыу төбәк парламенттарының береһендә лә булмағындыр, — тип өҫтәне Константин Толкачев. — Ул 68 процентҡа яңырҙы – элекке саҡырылыштан 110 депутаттың 35-е ҡалды. Депутаттар корпусы – һайлаусылар һайлауҙарға барған өмөттәрҙе тормошҡа ашырыу киҫелеше, шул рәүешле, беҙ һайлаусылар үҙ иткән ошо состав менән эшләйбеҙ. Һәр депутаттың тәжрибәһен, белемен Дәүләт Йыйылышының дөйөм эше мәнфәғәтендә ҡулланабыҙ».

Фото: Олег Яровиков

Читайте нас