Новости
27 Сентябрь 2018, 21:00

Башҡортостанда эшсе токтан һуғылып үлгән

27 сентябрҙә көндөҙ ҡала предприятиеһы эшселәре Мариинский ауылы янында электр ярҙамсы станцияһын монтажлау эштәрен башҡарған. Сәғәт 3-тән һуң аҙаҡҡы бетон блокты нигеҙ аҫтына ҡуйған саҡта эшләп торған кран көйәнтәһе сымдарға тейгән, өҫтәүенә бетон блок һелкенә башлаған. 27 йәшлек егет уны ҡулдары менән тотоп алған һәм электр тогынан һуғылған.

Стәрлетамаҡ район-ара тәфтиш бүлеге «Электр селтәрҙәре» муниципаль унитар предприятиеһы эшсеһенең
үлем осрағы буйынса тәфтиш алды тикшереүе уҙғара. Төбәк Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, 27 сентябрҙә көндөҙ ҡала предприятиеһы эшселәре Мариинский ауылы янында электр ярҙамсы станцияһын монтажлау эштәрен башҡарған. Сәғәт 3-тән һуң аҙаҡҡы бетон блокты нигеҙ аҫтына ҡуйған саҡта эшләп торған кран көйәнтәһе сымдарға тейгән, өҫтәүенә бетон блок һелкенә башлаған. 27 йәшлек егет уны ҡулдары менән тотоп алған һәм электр тогынан һуғылған. Ваҡиға урынына ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре килгән. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң егет махсус машинала йән биргән.
«Тейешле тикшереү эштәре алып барыла. Суд-медицина эскпертизаһы тәғәйенләнгән. Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 143-сө статьяһына (хеҙмәтте һаҡлау талаптарын боҙоу) ярашлы тәфтиш алды тикшереүе йомғаҡтары буйынса, ваҡиға сәбәптәрен асыҡлағандан һуң процессуаль ҡарар ҡабул ителә», — тип аңлатма бирҙеләр ведомствола.

Фото: Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш комитеты

Читайте нас