Торатау
+21 °С
Болотло
Ышаныс телефондары
Вк
Телеграм
Макс
Новости
18 Сентябрь 2018, 21:00
Башҡортостандан үҫмер «Такси» фильмынан автомобиль отҡан
Автомобиль капотында Сами Насериҙың автографы ла бар. Баҫма билдәләүенсә, үҫмер автомобилде осраҡлы ғына отҡан: популяр блогерҙың YouTube-каналына яҙылған һәм үҙенең комментарийын ҡалдырған. Автомобиль видеохостингтың тура эфирында уйнатылған.
Стәрлетамаҡтан 14 йәшлек уҡыусы ғәҙәти булмаған Peugeot 406 автомобиленә — «Такси» кинофильмындағы төп геройҙарҙың береһенең легендар машинаһының аныҡ күсермәһенә эйә булған, тип хәбәр итә
«Российская газета»
.
Автомобиль капотында Сами Насериҙың автографы ла бар. Баҫма билдәләүенсә, үҫмер автомобилде осраҡлы ғына отҡан: популяр блогерҙың YouTube-каналына яҙылған һәм үҙенең комментарийын ҡалдырған. Автомобиль видеохостингтың тура эфирында уйнатылған. Тәүҙә программа башҡа еңеүсене һайлаған, ләкин уның сәхифәһендә фотолар һәм мәғлүмәт булмаған. Икенсе тапҡыр Стәрлетамаҡ уҡыусыһына уңыш йылмайған.
Малай автомобилдәр менән ҡыҙыҡһына һәм «Такси» фильмын ярата. Үҙенең автомобиле руленә бәлиғ булғас ҡына ултыра ала.
Фото: kinopoisk.ru
http://www.bashinform.ru/bash/1213323/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"