Новости
18 Сентябрь 2018, 21:00

Башҡортостанда юл фажиғәһендә дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән

Башҡортостандың Дүртөйлө районында 18 сентябрҙә Мәскәү – Өфө трассаһының 1235-се саҡрымында Өфө яғына китеп барған «Лада Гранта» һәм ҡаршыға килгән ярым тағылмалы «Iveco» йөк машинаһы бәрелешкән.

Башҡортостандың Дүртөйлө районында 18 сентябрҙә Мәскәү – Өфө трассаһының 1235-се саҡрымында Өфө яғына китеп барған «Лада Гранта» һәм ҡаршыға килгән ярым тағылмалы «Iveco» йөк машинаһы бәрелешкән.
«Юл-транспорт ваҡиғаһында еңел автомобиль водителе, шулай уҡ уның пассажирҙары — ҡатын-ҡыҙ һәм ике бала — фажиғә урынында һәләк булған», — тип аңлатма бирҙеләр төбәк Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтендә.
Әле ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте


Читайте нас