Йәй миҙгеле йомғаҡтары буйынса (майҙан авгусҡа тиклем) республикаға туристар ағымы 720 мең кешенән артҡан, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында. Ул уҙған йылдың йәйенән 40 процентҡа күберәк.
Тәбиғәтте һаҡлау зоналарына («Башҡортостан» милли паркы, Башҡортостан ҡурсаулығы, Көньяҡ-Урал ҡурсаулығы, «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы) һәм тәбиғәт парктарына («Ҡандракүл», «Мораҙым тарлауығы», «Асылыкүл», «Ирәмәл») килгән кешеләр иҫәбе 120 меңдән ашыу тәшкил иткән.