Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаиләләр үҙҙәренең социаль әүҙем тормошо тураһында видеоролик төшөрөргә тейеш. Роликтың хронометражы — бер минут, уны рус йә башҡорт телендә төшөрөргә мөмкин. Видеояҙманы #Берипример хэштегы менән социаль селтәргә һалырға һәм
bash.news сайтындағы ғаризаны тултырырға кәрәк. Ғаризалар 9 сентябргә, урындағы ваҡыт буйынса 23 сәғәт 59 минутҡа тиклем ҡабул ителә.