Новости
4 Сентябрь 2018, 21:00

«Салауат Юлаев» овертаймда «Северсталь» командаһын еңде

11-се миҙгелдең икенсе матчын «Салауат Юлаев» хоккей клубы Череповецта урындағы «Северсталь» менән үткәрҙе. Тәүге осорҙа көйәрмәндәр дүрт шайбаны күрҙе.

11-се миҙгелдең икенсе матчын «Салауат Юлаев» хоккей клубы Череповецта урындағы «Северсталь» менән үткәрҙе. Тәүге осорҙа көйәрмәндәр дүрт шайбаны күрҙе. Был осрашыуҙа иҫәпте хужалар асты: Картер Эштон дүртенсе минутта уҡ Метсола ҡапҡаһына шайба индерҙе. Һуңынан уйынға «юлаевсылар» ҡушылды: Кадейкин, Майоров һәм Кугрышев айырылып торҙо.
Икенсе егерме минутлыҡта республика командаһы өҫтөнлөгөн юғалтты — 3:3.
Өфө командаһы өсөнсө ваҡыт арауығын да төшөрөп ҡалдырҙы. Был юлы хужалар араһынан Юрий Трубачев һәйбәт уйнаны. Николай Цулыгин тәрбиәләнеүселәре хәлде төҙәтергә һәм сираттағы тапҡыр уйынды овертаймға күсерергә тырышты. Бурдасов финал сиренаһына тиклем 24 секунд ҡалғас иҫәпте тигеҙләй алды — 4:4.
Овертаймда йәнә өфөләр көслөрәк булып сыҡты. Доминик Фурх ҡапҡаһына бишенсе шайбаны Йонас Кемпайнен индерҙе.
Киләһе осрашыуҙы «Салауат Юлаев» 6 сентябрҙә Ярославлдә «Локомотив» менән уҙғара.

Фото: Олег Яровиков


Читайте нас