Новости
3 Сентябрь 2018, 21:00

Өфөлә ғаиләле ир сабый көткән һөйәркәһен үлтергән

Ғәйепләнеүсе һаҡһыҙлыҡ буйынса үлемгә дусар итеүен таныны, ләкин тәфтишселәр ирҙең яуыз ниәте булыуын – тыумаған сабыйҙан ҡотолорға теләгәнен иҫбатланы. Был эшкә суд нөктә ҡуйырға тейеш.

Тиҙҙән Өфөлә йәшәгән ир йөклө ҡатындың ғүмерен ҡыйған өсөн хөкөм алдына баҫа. Башҡортостан Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2016 йылда 30 йәшлек ир бер ҡатын менән танышҡан һәм улар осраша башлаған. Бер йылдан ул һөйәркәһенең йөклө икәнен белгән, ләкин ошо хәбәрҙән бер ниндәй ҙә шатлыҡ тойғоһо кисермәгән, сөнки үҙенең хәләл ефете лә бәпес көткән.
«Ир һөйәркәһенән аборт эшләтеүҙе талап иткән, ләкин ҡатын баш тартҡан. 2017 йылдың декабрендә ир, хәләл ефете хыянат тураһында белеп ҡалыуҙан ҡурҡып, автомобилендә 33 йәшлек һөйәркәһен ҡаланың Калинин районындағы кеше йөрөмәгән урынға алып бара һәм уның муйынына бер нисә тапҡыр бысаҡ менән сәнсә, ҡатын алған йәрәхәттәрҙән урында йән бирә. Икенсе көндө енәйәт урынына кире килгәс, мәрхүмәнең кәүҙәһен күмә һәм енәйәт ҡоралын йәшерә», — тип һөйләп бирҙеләр тәфтишселәр.
Ғәйепләнеүсе һаҡһыҙлыҡ буйынса үлемгә дусар итеүен таныны, ләкин тәфтишселәр ирҙең яуыз ниәте булыуын – тыумаған сабыйҙан ҡотолорға теләгәнен иҫбатланы.
Был эшкә суд нөктә ҡуйырға тейеш.

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы


Читайте нас