Новости
30 Август 2018, 21:00

Ял көндәрендә республикала һауа торошо нисек була

Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы алдағы өс көнгә һауа торошона фараз бирҙе.

Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы алдағы өс көнгә һауа торошона фараз бирҙе.
Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 31 августа — йәйҙең һуңғы көнөндә урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан талғын.
Һауа температураһы көндөҙ 16-21 градус.
1 сентябрҙә — Белем көнөндә — Башҡортостан синоптиктары яуым-төшөмһөҙ һауа торошо вәғәҙәләй. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын.
Һауа температураһы төндә — 7-12 градус, урыны менән +1-гә тиклем. Көндөҙ йылыраҡ — 17-22 градус.
Йәкшәмбе, 2 сентябрҙә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы мөмкин. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын.
Һауа температураһы төндә — 7-12 градус йылы, урыны менән +1-гә тиклем. Көндөҙ шулай уҡ 17-22 градус.

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы



Читайте нас