Был шәмбелә, 18 августа, Башҡортостанға һалҡындар килә. Төндә термометр бағаналары +4 градусҡа тиклем төшә. Ошо хаҡта Башгидромет белгестәре хәбәр итте.
Шәмбе һауа температураһы 21 градустан юғарыраҡ күтәрелмәй. Бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал.
Йәкшәмбе, 19 августа, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Аяҙлы-болотло була. Төндә һауа температураһы 10-12, көндөҙ +17 градус.
«18-20 августа поляр киңлектәрҙән һалҡын һәм ҡоро һауа массаһының үтеп инеүе көтөлә. Һауа температураһы төндә 5-10 градусҡаса түбәнәйә, төнгө һәм иртәнге сәғәттәрҙә урыны менән һауала һәм тупраҡта ҡырау 0,-3°, көндөҙ 15-20°», — тип өҫтәнеләр Башгидрометүҙәктә.
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы