Торатау
+21 °С
Болотло
Ышаныс телефондары
Вк
Телеграм
Макс
Новости
9 Август 2018, 21:00
Башҡортостанда 1 сентябрҙә мәктәп линейкаларын күсерәләрме-юҡмы икәнлеге билдәле булды
Башҡортостан уҡыусылары ошо йәһәттән уңманы. Республика уҡыусылары мәктәпкә ике көнгә алдараҡ — шәмбе, 1 сентябрҙә бара.
Быйыл Мәскәү уҡыусылары өсөн уҡыу йылы 1 сентябрҙә түгел (сөнки шәмбегә тура килә), ә дүшәмбе, 3 сентябрҙә башлана. Баш ҡала мэры Сергей Собянин «Аргументы и факты» гәзитенә интервьюһында ошо турала
һөйләне
.
«Быйыл балаларға бәхет йылмайҙы. Уҡыу йылы дүшәмбе, 3 сентябрҙә башлана», — тип баш ҡала мэрының һүҙҙәрен килтерә баҫма.
Быйыл 1 сентябрь шәмбегә тура килә, ә Мәскәүҙә бына бер нисә йыл инде шәмбе ял булып тора, тип билдәләнә.
Башҡортостан уҡыусылары ошо йәһәттән уңманы. Республика уҡыусылары мәктәпкә ике көнгә алдараҡ — шәмбе, 1 сентябрҙә бара.
Башҡортостандың мәғариф министры республикала уҡыу йылы башланған көндөң күсерелмәүе тураһында Башҡортостан юлдаш телеканалындағы иртәнге «Сәләм» тапшырыуы эфирында белдерҙе.
«1 сентябрь быйыл шәмбегә тап килә, ата-әсәләр балаларын мәктәпкә оҙата алыу мөмкинлеге булғанға ҡәнәғәттер тип уйлайым. 1 сентябрь күсерелмәй», — тип белдерҙе төбәктең Мәғариф министрлығы башлығы.
Киләһе йылда 1 сентябрь йәкшәмбегә тура килә.
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
http://www.bashinform.ru/bash/1195694/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"