Өфөлә һигеҙ йәшлек малай тарзанканан һикереп, умыртҡа һөйәген һындырған. Ғәҙәттән тыш хәл популяр парктарҙың береһендәге күңел асыу үҙәгендә булған.
Ергә түшәлгән маттарға ҡарамаҫтан, малай уңышһыҙ ҡолаған. Уны тиҙ ярҙам машинаһында балалар дауаханаһына оҙатҡандар. Бында малайға рентген һәм компьютер томографияһы эшләгәндәр. Тикшергәндән һуң умыртҡа һөйәге һыныуы раҫланған.
Һауығыу өсөн ярайһы уҡ оҙайлы ваҡыт кәрәк. Әле бала түшәктә ята һәм үҙаллы йөрөй алмай.
«Ошо осраҡ буйынса Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетының тәфтиш органдары Рәсәй Енәйәт кодексының 238-се статьяһында ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса тәфтиш алды тикшереүен ойошторған. Әлеге ваҡытта ваҡиға сәбәптәре һәм ошо хәлдең шаһиттары асыҡлау бара. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителергә тейеш», — тип аңлатма бирҙеләр Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетында.
«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы хәбәр итеүенсә, хәүефле аттракцион һаман эшләй. Парк етәкселеге малайҙың әсәһе алдында ғәфү үтенергә һәм уны дауалауға, реабилитациялауға сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алырға йыйына.