Башҡортостандың Балаҡатай районында 8 августа көндөҙ урындағы халыҡ ғәрәсәттән зыян күргән. Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бәхетһеҙ осраҡ бесән сапҡан саҡта теркәлгән — Атарша ауылында йәшәгән бер ирҙе йәшен һуғып үлтергән. Уның менән бергә булған Үрге Үтәш ауылы кешеһе әле дауаханала ята.
«Асыҡ урында һәм һыу янында тормағыҙ. Телефондан һөйләшмәгеҙ, йәшен уты ҡайһы берҙә бағаналар араһында һуҙылған сымдарға эләгә. Йәшен ваҡытында электр сымдарына, антеннаға яҡын бармағыҙ, тәҙрә эргәһенән ситкәрәк китегеҙ, мөмкин булһа, телевизорҙы, радионы һәм башҡа электр приборҙарын һүндерегеҙ. Урманда саҡта тәпәш ағастар араһына йәшенегеҙ. Автомобилдә китеп барғанда йәшен йәшнәй башлаһа, унан сыҡмағыҙ, радиоалғыс антеннаһын төшөрөгөҙ», — тип иҫкәрттеләр дәүләт комитетында.