Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы дауыл хаҡында иҫкәртте. Метеорологтар мәғлүмәте буйынса, 6 августан 8-енә ҡәҙәр республиканың көньяғында бишенсе класлы ғәҙәттән тыш янғын хәүефе көтөлә.
Әлеге ваҡытта республикала Мәндәғол ауылы янындағы Бөрйән урмансылығы биләмәһендә бер ут сығыу осрағы теркәлгән. Янғынды һүндереүҙәре билдәле. Уның эҙемтәләрен бөтөрөү эштәре дауам итә, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы Бөрйән районы буйынса территориаль бүлегенең урманды һаҡлау бүлеге инженеры Камил Ҡурамшин.
Ут ялмап алған майҙан 3 гектар самаһы тәшкил итә. Урында 10 берәмек махсус техника һәм ике тиҫтәгә яҡын янғын һүндереүсе эшләй. Янғын сығыу сәбәптәре асыҡлана.