Торатау
+21 °С
Болотло
Ышаныс телефондары
Вк
Телеграм
Макс
Новости
5 Август 2018, 21:00
1 ғинуарҙан өҫтәмә хаҡҡа һалым 20 процентҡа тиклем арттырыла
Рәсәй Президенты Владимир Путин өҫтәмә хаҡҡа һалымды 18 проценттан 20 процентҡа тиклем арттырыу тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Ул 2019 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә. Документтың тексы рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталындабаҫылған.
Рәсәй Президенты Владимир Путин өҫтәмә хаҡҡа һалымды 18 проценттан 20 процентҡа тиклем арттырыу тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Ул 2019 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә. Документтың тексы рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт
порталында
баҫылған. Унда, атап әйткәндә, төп хеҙмәттәр һәм социаль әһәмиәтле тауарҙар өсөн өҫтәмә хаҡҡа һалым 10 процент кимәлендә ҡала тиелә. Аҙыҡ-түлек (деликатестарҙан тыш), балалар тауарҙары, дарыуҙар, медицина тауарҙары, шулай уҡ мәғариф, фән һәм мәҙәниәт менән бәйле әҙәбиәт өсөн һалымдың льготалы ставкаһы һаҡлана. Эске авиаташыуҙарға һалым һалынмай.
Өҫтәмә хаҡҡа һалымды арттырыу ҡаҙнаға 600 миллиард һум өҫтәмә аҡса килтерә.
Был аҡса Путиндың ярлылыҡты кәметеү һәм ғүмер оҙайлығын арттырыу тураһындағы май указын үтәүгә йүнәлтелә. Уны башҡарыуға кәм тигәндә 8 триллион һум кәрәк.
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
http://www.bashinform.ru/bash/1193878/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"