Новости
1 Август 2018, 21:00

Республикала балалар тауарҙарының сифаты һәм белем биреүҙә түләүле хеҙмәттәр буйынса «ҡыҙыу элемтә» эшләй башланы

«Эш көндәрендә (347) 218-09-78 телефоны буйынса шылтыратҡандарға республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты белгестәре бушлай консультация бирә.

Башҡортостандың Сауҙа буйынса дәүләт комитеты уҡыу йылы башланыр алдынан балалар өсөн тәғәйенләнгән тауарҙарҙың, мәктәп кәрәк-яраҡтарының сифаты һәм хәүефһеҙлеге, белем биреү өлкәһендәге түләүле хеҙмәттәр һорауҙары буйынса «ҡыҙыу элемтә» эшләтеп ебәрҙе.
«Эш көндәрендә (347) 218-09-78 телефоны буйынса шылтыратҡандарға республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты белгестәре бушлай консультация бирә, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ведомствоның матбуғат секретары Нина Никандрова. — Башҡортостан халҡына ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлауҙың ҡануни нормаларын аңлатасаҡтар һәм аныҡ хәл буйынса кәңәш бирәсәктәр».



Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы


Читайте нас