Новости
29 Июля 2018, 21:00

Башҡортостанда ете кеше юл һәләкәтендә зыян күргән, улар араһында ике бала бар

Дүшәмбе Благовещен районында ике автомобилдең бәрелешеүе һөҙөмтәһендә бер кешенең ғүмере өҙөлгән, тағы ла етәүһе төрлө йәрәхәттәр алған, тип хәбәр итә «Интерфакс» мәғлүмәтле сығанаҡҡа һылтанма менән.

Дүшәмбе Благовещен районында ике автомобилдең бәрелешеүе һөҙөмтәһендә бер кешенең ғүмере өҙөлгән, тағы ла етәүһе төрлө йәрәхәттәр алған, тип хәбәр итә «Интерфакс» мәғлүмәтле сығанаҡҡа һылтанма менән.
«Удельно-Дыуанай ауылы янында Өфө — Яңауыл автомобиль юлының 66-сы саҡрымында «Audi A6» менән «Лада Веста» бәрелешкән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бер кеше һәләк булған, етәүһе, уларҙың икәүһе — биш һәм туғыҙ йәштәге балалар — тиҙ ярҙам машинаһы менән Благовещендың үҙәк район дауаханаһына оҙатылған», — тине агентлыҡ әңгәмәсеһе. Өфө — Бөрө — Яңауыл трассаһында еңел автомобилдәр ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаһы Мәскәү ваҡыты буйынса иртәнге 9 тула 35 минутта булған. Урында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан дүрт кеше һәм бер берәмек техника эшләй, тип хәбәр ителә Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығы сайтында.

Фото: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте



Читайте нас