Новости
16 Июль 2018, 21:00

Стәрлетамаҡтағы мәктәпкә һөжүм иткән үҫмерҙе тикшереү өсөн Мәскәүгә ебәрәләр

18 апрелдә иртән коррекция мәктәбе уҡыусыһы класташтары ултырған информатика кабинетына инеп, үҙе менән килтергән бысаҡ менән бер уҡыусының ҡулын киҫкән, уҡытыусыны сәнскән. Һуңынан яныусан матдәне һибеп, ут тоҡандырған һәм үҙен яралаған.

Стәрлетамаҡта урындағы мәктәптәрҙең береһендә класташтарына һәм уҡытыусыһына бысаҡ менән ташланған үҫмерҙе тәфтишселәр Мәскәүгә ебәрә. «Тикшереү аҫтындағы кешене берҙәйлеккә психиатрия тикшереүе уҙғарыу өсөн Мәскәүгә ебәрәләр. Малайҙы Сербский исемендәге милли психиатрия һәм наркология медицина тикшеренеүе үҙәге белгестәре ҡараясаҡ», — тип хәбәр итте «РИА Яңылыҡтар» агентлығына Рәсәй Тәфтиш комитетының төбәк буйынса тәфтиш идаралығы вәкиле.
18 апрелдә иртән коррекция мәктәбе уҡыусыһы класташтары ултырған информатика кабинетына инеп, үҙе менән килтергән бысаҡ менән бер уҡыусының ҡулын киҫкән, уҡытыусыны сәнскән. Һуңынан яныусан матдәне һибеп, ут тоҡандырған һәм үҙен яралаған. Янғындан бер кем дә зыян күрмәгән. Янғын сигнализацияһы эшләгәс, икенсе ҡаттағы кластарҙың береһенән уҡыусы ҡыҙ ҡурҡышынан тәҙрәнән һикергән. Үҫмерҙе һәм зыян күреүселәрҙе дауаханаға оҙатҡандар. 20 апрелдә иртән бөтәһен дә дөйөм палаталарға күсергәндәр.
Башҡортостандың Тәфтиш комитеты ваҡиға буйынса «Ике һәм унан күберәк кешене үлтермәксе булыу» һәм «Иғтибарһыҙлыҡ» статьялары буйынса ике енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Стәрлетамаҡтағы хәл быйыл Рәсәйҙә һигеҙенсе оҡшаш осраҡ булды.

Фото: социаль селтәрҙәр


Читайте нас