Башҡортостанда был аҙнала һауа торошо түбән баҫымлы була, тип вәғәҙәләйҙәр Башгидрометүҙәк синоптиктары. Төрлө көсөргәнешлелектә йәшенле ямғыр, урыны менән елдең көсәйеүе республиканың байтаҡ өлөшөнә тарала. Һауа температураһының норманан 1-2 градусҡа юғары булыуы көтөлә.
11 һәм 12 июлдә урыны менән бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, төньяҡ райондарҙа уртаса, йәшен, көндөҙ урыны менән боҙ-борсаҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан уртаса, күк күкрәгәндә көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 12-17, көндөҙ 22-27 градус.
Уҙған аҙнала республикала эҫе һауа торошо күҙәтелде. Көндөҙгө температура — 28-33, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа 37 градусҡа етте. Аҙнаның икенсе яртыһында байтаҡ райондарҙа төрлө көсөргәнешлелектә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, урыны менән ҡойма яуын булды.
Рәсәй Гидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, июлдең беренсе декадаһында төбәк биләмәһендә уртаса һауа температураһы норманан 4 градусҡа артып китте.