Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, һыйырҙар (киң мәғлүмәт саралары мәғлүмәттәре буйынса, лимузин тоҡомло) көтөүсеһеҙ үлән утлап йөрөгән. Эргәләренән өс балаһы һәм эте менән ҡатын китеп барған. Эт көтөүҙә йөрөгән малдарға өрөп ебәргән, өрккән көтөү кешеләр яғына йүнәлгән. Һыйырҙарҙың ташланыуынан балаларҙың ныҡ ҡына зыян күреүе билдәле.