Мәҫәлән, бер килограмм картуф өсөн уртаса хаҡ 30,26 һум тәшкил итә – ағымдағы йылдың 25 июненә ҡарата уртаса хаҡ 9,3 процентҡа үҙгәргән, кишер – 42,57 (5,6%), һыуытылған һәм туңдырылған тауыҡ – 121,61 (4,6%), алма – 102,54 (3,6%), тары ярмаһы – 33,43 (2,6%), башлы һуған – 26,67 һум (1,5%).
Статистиктарҙың мәғлүмәттәре буйынса, яңы өлгөргән аҡ күҫәнле кәбеҫтә 15 процентҡа осһоҙланған – килограмы өсөн 29,72 һум. Башҡа аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрмәгән тиерлек.