Новости
1 Июль 2018, 21:00

Һирәк осрай торған хайуандар һәм балыҡтар һатыусыларға туғыҙ йылға тиклем срок янай

8 июлдән интернет аша һәм киң мәғлүмәт саралары ярҙамында ҡиммәтле ҡырағай хайуандарҙы һәм һыу биоресурстарын, шулай уҡ уларҙың өлөштәрен һәм дериваттарҙы һатҡан өсөн яуаплылыҡты ҡатыландырған Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексына үҙгәрештәр үҙ көсөнә инә.

Бының өсөн иң ҙур яза 1,5-3 миллион һум күләмендә штраф менән туғыҙ йылға иреклектән мәхрүм итеү була, тип хәбәр ителә Дәүләт Думаһы сайтында.
Законда билдәләнгәнсә, хайуандарҙы, һыу биоресурстарын законһыҙ һатып алған йәки һатҡан өсөн ике йылға тиклем иреклектән мәхрүм итеү менән 500 мең һумдан 1,5 миллион һумғаса күләмдә штраф һәм өс йылға ҡәҙәр мәжбүри эш йәки унһыҙ шул уҡ күләмдә штраф менән дүрт йылға тиклем иреклектән мәхрүм итеү формаһында яза ҡаралған.

Фото: shutterstock

Читайте нас