Новости
1 Июль 2018, 21:00

Башҡортостанда ике йәшлек бала туғыҙынсы ҡаттан ҡолап төшөп, һәләк булған

Ҡот осҡос фажиғә үткән йәкшмәбе,1 июлдә, Октябрьский ҡалаһында булған. Киске сәғәт 8-ҙәр тирәһендә ике йәшлек сабый ҡаланың 32-се биҫтәһендә, бер үҙе ҡалып, туғыҙынсы ҡаттағы тәҙрәнең москит селтәренә таянып, ҡолап төшкән.

Ҡот осҡос фажиғә үткән йәкшмәбе,1 июлдә, Октябрьский ҡалаһында булған. Киске сәғәт 8-ҙәр тирәһендә ике йәшлек сабый ҡаланың 32-се биҫтәһендә, бер үҙе ҡалып, туғыҙынсы ҡаттағы тәҙрәнең москит селтәренә таянып, ҡолап төшкән. Сабый иҫән ҡалмаған.
«Был хәл буйынса тикшереү эше уҙғарыла», — тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Тәфтиш комитеты матбуғат хеҙмәтендә.

Фото: Олег Яровиков


Читайте нас