Новости
26 Июнь 2018, 21:00

Республика халҡын Өфөлә юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күргән 2 йәшлек сабый өсөн ҡан тапшырыуҙарын һорайҙар

Өфөлә ҡот осҡос фажиғәлә зыян күргән 2 йәшлек малайҙың яҡындары Башҡортостан халҡын ҡан тапшырыуҙарын һорай. Мөрәжәғәт социаль селтәрҙәрҙә баҫылған.

Өфөлә ҡот осҡос фажиғәлә зыян күргән 2 йәшлек малайҙың яҡындары Башҡортостан халҡын ҡан тапшырыуҙарын һорай. Мөрәжәғәт социаль селтәрҙәрҙә баҫылған.
«Ярҙам һорайым. Ике йәшлек ир туғаным Бабурин Динар өсөн ҡан кәрәк. Ауыр хәлдә 17-се дауахананың реанимация бүлегендә ята. Әсәһе һәм донъяға килмәгән сабый һәләк булды», — тиелә ярҙам һорап яҙылған хәбәрҙә.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 26 июндә төндә республиканың баш ҡалаһында Беренсе май һәм Азатлыҡ урамдары киҫелешендә ҡот осҡос юл-транспорт ваҡиғаһы булды. Унда Daewoo Nexia пассажирҙары – йөклө ҡатын һәм уның ике йәшлек малайы зыян күргән. Водитель төрлө йәрәхәттәр алған. Баланың баш һөйәге йәрәхәтләнгән, ул дауаханала. Уның әсәһе һуңыраҡ дауаханала йән биргән.

Читайте нас