Новости
25 Июнь 2018, 21:00

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостанда елдең көсәйеүе хаҡында иҫкәртә

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һауа температураһы көндөҙ 31 градусҡаса күтәрелә. Яуым-төшөм көтөлмәй. Республиканың баш ҡалаһында ла эҫе була: термометр бағанаһында күрһәткестәр ҡояшта +33 билдәһенә тиклем күтәрелә.

Башҡортостандағы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы шишәмбе, 26 июндә, Башҡортостан халҡына елдең көсәйеүе хаҡында иҫкәртеп, смс-хәбәр ебәргән.
«Төньяҡ-көнбайыштан иҫкән елдең урыны менән секундына 18 метрға тиклем көсәйеүе, иртәнсәк томан төшөүе, күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәм булыуы көтөлә», — тип яҙылған хәбәрҙә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һауа температураһы көндөҙ 31 градусҡаса күтәрелә. Яуым-төшөм көтөлмәй. Республиканың баш ҡалаһында ла эҫе була: термометр бағанаһында күрһәткестәр ҡояшта +33 билдәһенә тиклем күтәрелә.

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы


Читайте нас