Новости
25 Июнь 2018, 21:00

Футбол буйынса Донъя чемпионаты – 2018: Рәсәй йыйылмаһы 1 июлдә Мәскәүҙә Испания менән уйнай

Рәсәй йыйылмаһы 1 июлдә Мәскәүҙә «Лужники» стадионында Испания менән уйнай. Осрашыу Мәскәү ваҡыты буйынса сәғәт 5-тә башлана.

Рәсәй йыйылмаһы 1 июлдә Мәскәүҙә «Лужники» стадионында Испания менән уйнай. Осрашыу Мәскәү ваҡыты буйынса сәғәт 5-тә башлана.
Беҙҙең команданың донъя чемпионаты финалының 1/8 өлөшө матчында ярашташы уҙған кис билдәле булды.
Испания йыйылмаһы Марокко менән тигеҙ иҫәпкә уйнаны – 2:2, әммә В төркөмөндө беренсе булды. Рәсәй йыйылмаһы 0:3 иҫәбе менән Уругвайға бирешеп, А төркөмөндә икенсе урын алды. Төркөмдәге өс осрашыуҙа ла еңгән Уругвай финалдың 1/8 өлөшөндә, 25 июндә Иранды еңә алмаған (иҫәп 1:1), Португалия менән осраша. Уйын 30 июндә Сочиҙа үтә, Мәскәү ваҡыты буйынса киске 9-ҙа башлана.

Читайте нас