Новости
19 Июня 2018, 21:00

Башҡортостанда һарайҙа 10 йәшлек малайҙың кәүҙәһе табылған

Республика Тәфтиш комитетында белдереүҙәренсә, әлеге осраҡ буйынса тикшереү бара. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Үлемдең аныҡ сәбәбен билдәләү өсөн суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән.

Кисә көндөҙ Башҡортостандың Архангел районында бала ҡатнашлығында фажиғә теркәлгән. «Башинформ» агентлығына үҙ сығанаҡтарынан билдәле булыуынса, өләсәй һарайҙың ишек уйымында 10 йәшлек ейәненең үле кәүҙәһен тапҡан. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бәхетһеҙ осраҡ булған.
Республика Тәфтиш комитетында белдереүҙәренсә, әлеге осраҡ буйынса тикшереү бара. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Үлемдең аныҡ сәбәбен билдәләү өсөн суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән.
Фото: автор


Читайте нас