Новости
13 Июнь 2018, 21:00

Владимир Путин яңы хакимиәттең составын билдәләне

Владимир Путин үҙенең алты советнигын ҡабаттан тәғәйенләү тураһында указдарға ҡул ҡуйҙы. Герман Клименко һәм Сергей Григоров үҙ вазифаларынан азат ителде, тип яҙаТАСС. Бынан тыш, Президент дәүләт башлығы ярҙамсылары вазифаларына тәғәйенләү хаҡында указдарға ҡул ҡуйҙы.

Владимир Путин Президент хакимиәтенең составын билдәләне. Дәүләт башлығы Антон Вайноны ҡабаттан хакимиәт етәксеһе итеп тәғәйенләне, хакимиәт башлығының ике беренсе урынбаҫары — Сергей Кириенко һәм Алексей Громов, башлыҡ урынбаҫары — президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песков, хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары Владимир Островенко һәм Магомедсалам Магомедов вазифаһын һаҡлап ҡалды. Тәғәйенләүҙәр тураһында указдар дәүләт башлығы сайтында баҫылған.
Владимир Путин үҙенең алты советнигын ҡабаттан тәғәйенләү тураһында указдарға ҡул ҡуйҙы. Герман Клименко һәм Сергей Григоров үҙ вазифаларынан азат ителде, тип яҙа
ТАСС. Бынан тыш, Президент дәүләт башлығы ярҙамсылары вазифаларына тәғәйенләү хаҡында указдарға ҡул ҡуйҙы. Дәүләт башлығы Владимир Кожинды һәм Евгений Школовты вазифаларынан бушатты. Путин Михаил Кротовты йәнә Конституция судында президенттың тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләне.

Фото: Кремлин.ру


Читайте нас