Новости
8 Июнь 2018, 21:00

Башҡортостанда Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртә

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы хәбәр итеүенсә, 10 июндә республикала көндөҙ елдең тиҙлеге секундына 18 метрға тиклем көсәйеүе көтөлә. Автомобиль юлдарында иртән урыны менән томан, күреү мөмкинлеге — 500-1000 метр.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы хәбәр итеүенсә, 10 июндә республикала көндөҙ елдең тиҙлеге секундына 18 метрға тиклем көсәйеүе көтөлә. Автомобиль юлдарында иртән урыны менән томан, күреү мөмкинлеге — 500-1000 метр. Көндөң аяҙлы-болотло булыуы, бер аҙ ямғыр яуыуы күҙаллана. Һауа температураһы төндә +4,+9, көндөҙ 13-18 градус тәшкил итә. Мәғлүмәт республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығынан алынды.
«Тәбиғәт стихияһы һаулығығыҙға зыян килтереү ихтималлығы булған урындарға сәфәр сыҡмағыҙ йәки эшегеҙҙе ҡалдырып тороғоҙ. Туғандарығыҙҙы иҫкәртегеҙ. Хәүефһеҙлек сараларын күрегеҙ. Ел көсәйгәндә биналарҙан сығыуҙы сикләргә кәрәк. Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ», — тип мөрәжәғәт иттеләр республика халҡына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.

Фото: автор


Читайте нас