Күмертауҙа 7 июндә көндөҙ бала менән фажиғәле осраҡ теркәлгән. «Башинформ» агентлығына үҙ сығанаҡтарынан билдәле булыуынса, мәктәп лагерындағы спорт майҙансығында турникта аҫылынып торған һигеҙ йәшлек малай үҙен насар тоя башлаған. Бала йығылып төшкән.
Ваҡиға урынына тиҙ ярҙам бригадаһы саҡырылған. Шуныһы билдәле: уҡыусыны дауаханаға алып барып өлгөрмәгәндәр, ул йән биргән. Бала йөрәк сирле булған.
Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан идаралығының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, әлеге осраҡ буйынса тикшереү бара.