Новости
7 Июня 2018, 21:00

Башҡортостанда ял көндәрендә почта нисек эшләй

Башҡортостандағы Федераль почта элемтәһе идаралығы почтаның ял көндәрендәге эш графигы тураһында хәбәр итте. 9 июндә – шәмбе көнөнөң эш графигы менән 1 сәғәткә ҡыҫҡартыла.

Башҡортостандағы Федераль почта элемтәһе идаралығы почтаның ял көндәрендәге эш графигы тураһында хәбәр итте. 9 июндә – шәмбе көнөнөң эш графигы менән 1 сәғәткә ҡыҫҡартыла. 10 июндә – йәкшәмбе көнө буйынса. 11 июндә – шәмбе графигы. 12 июндә – ял көнө. 13 июндә – ғәҙәти график. 14-е – 1 сәғәткә ҡыҫҡартыла. 15-е – ял көнө.
Байтаҡ бүлексәләр эш көндәрендә иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә (ҡайһы берҙәре төнгө 10-ға ҡәҙәр) һәм ял көндәрендә иртәнге 8-ҙән киске 6-ға тиклем эшләй. Күпселек бүлексәләрҙә йәкшәмбе ял көнө булып иҫәпләнә. Шуға почтаның эш графигын сайтта
асыҡларға йәки яҡындағы асыҡ бүлексәне билдәләүсе ҡушымта (iOS, Android, Windows Phone платоформалары өсөн) менән файҙаланырға кәрәк.

Фото: Олег Яровиков


Читайте нас