Торатау
+21 °С
Болотло
Ышаныс телефондары
Вк
Телеграм
Макс
Новости
6 Июнь 2018, 21:00
Владимир Путин бөгөн яңыртылған форматта «тура бәйләнеш» үткәрә
Рәсәй президенты исеменә халыҡтан 1,3 миллиондан ашыу мөрәжәғәт килгән. Бөгөн, 7 июндә, Владимир Путин сираттағы тапҡыр студияға килә һәм халыҡ менән асыҡтан-асыҡ аралаша.
Рәсәй президенты исеменә халыҡтан 1,3 миллиондан ашыу мөрәжәғәт килгән. Бөгөн, 7 июндә, Владимир Путин сираттағы тапҡыр студияға килә һәм халыҡ менән асыҡтан-асыҡ аралаша.
ТАСС
мәғлүмәттәре буйынса, һорауҙарҙың күбеһе пенсия реформаһы, ярлылыҡ кимәле, бензинға хаҡтар һәм иҡтисади үҫеш темаһына ҡағыла.
«Популяр телевизион шоуына әүерелгән «тура бәйләнеш» быйыл форматын үҙгәртә — ысынлап та тура бәйләнеш ойошторола», — тип хәбәр итә агентлыҡ.
Владимир Путин менән тура бәйләнеш бөгөн, 7 июндә, Өфө ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана. Тапшырыуҙы «Беренсе канал», «Рәсәй 1», «Рәсәй 24» һәм ОТР телеканалдарында ҡарарға, «Маяҡ», «Хәбәрҙәр FM», «Рәсәй радиоһы» радиостанцияларында тыңларға мөмкин.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
http://www.bashinform.ru/bash/1170492/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"