Башҡортостанда Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дауыл сығыуы хаҡында иғлан итте. 5-6 июндә республикала елдең тиҙлеге секундына 23 метрға тиклем көсәйеүе мөмкин. Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, был көндәрҙә төбәк биләмәһендә йәшенле ямғырҙар көтөлә.
Ашығыс хеҙмәттәр республикала йәшәүселәргә һаҡ булырға — ағастар, электр сымдары, реклама таҡталары һәм нығытылмаған конструкциялар янында тормаҫҡа кәңәш итә.
Үрҙә әйтелгән объекттар эргәһенән үткәндә телефонға иғтибарығыҙҙы йүнәлтмәгеҙ, ҡолаҡсындарҙы сисегеҙ – был һеҙҙе төрлө бәхетһеҙ осраҡтарҙан һаҡлар. Һыу ятҡылыҡтарына, металл конструкцияларға, яңғыҙ торған объекттарға яҡын бармағыҙ.
Автоһәүәҫкәрҙәргә парковка өсөн хәүефһеҙерәк урындарҙы һайларға кәрәк – транспортты ағастар, ҡоймалар, реклама баннерҙары, электр терәктәре янына ҡуймағыҙ. Шулай уҡ автомобилдәрҙе бина стеналарына терәтеп ҡуйырға ярамай, сөнки ҡыйыҡтан шифер, башҡа предметтар төшөүе ихтимал.