Ағымдағы йылда әсәлек менән бәйле пособиеларҙы түләүгә Рәсәй Социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе эшләүсе граждандарға 6,6 миллиард һумдан ашыу йүнәлтергә күҙаллай. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2018 йылдың беренсе кварталында был маҡсатҡа 1,5 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелгән.
Төбәк бүлексәһе сығымдарының иң ҙур өлөшө ғәҙәттәгесә түбәндәге суммаларҙан тора.
Балаға 1,5 йәш тулғансы уны ҡарау буйынса айлыҡ пособиеларға 805,5 миллион һумдан ашыу йүнәлтелгән. Был пособие эшләүсе граждандың алдағы ике йылда уртаса эш хаҡынан 40 процент күләмендә билдәләнә.
Әсәләргә йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиеларҙы түләүгә 593 миллион һумдан ашыу. Был пособие төрө алдағы ике йылда уртаса эш хаҡынан 100 процент күләмендә түләнә.
Бала тыуғанда бер тапҡыр түләнә торған пособие яҡынса 122 милллион һумға түләнгән.
Ошо түләү дәүмәле Башҡортостанда бөгөнгө көнгә район коэффициентын иҫәпкә алғанда 19 272 һум 95 тин тәшкил итә.
Йөклөлөк осоронда ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына иртә иҫәпкә баҫҡан өсөн ҡатындарға 3,6 миллион һум тирәһе түләнгән.