Новости
31 Май 2018, 21:00

1 июндән бензинға һәм дизель яғыулығына акциздар төшә

Росстат мәғлүмәттәре буйынса, быйыл йыл башынан бензиндың хаҡы — 1,5%, ә йыллыҡ аңлатмала апрелдә 6,1% артҡан.

Рәсәй властары 1 июндән бензинға һәм дизель яғыулығына акциздарҙы төшөрөргә ниәтләй, тип хәбәр итә «Известия».
Росстат мәғлүмәттәре буйынса, быйыл йыл башынан бензиндың хаҡы — 1,5%, ә йыллыҡ аңлатмала апрелдә 6,1% артҡан.
Баҫма хәбәр итеүенсә, яғыулыҡҡа хаҡтың үҫеүен туҡтатырға һәм бензинға акциздарҙы тоннаһы өсөн өс мең һумға, дизель яғыулығына иһә тоннаһы өсөн ике мең һумға кәметергә хәл ителгән.
1 июлдән акциздар өҫтәмә рәүештә тоннаһы өсөн 700 һумға кәметелә. Бындай ҡарарҙарҙың маҡсаты — яғыулыҡ баҙарындағы хәлде тотороҡландырыу. Хаҡтарҙың артыуына мораторий бер ай дауам итә.
31 майҙа хөкүмәттең баҙарҙа хәлде тотороҡландырыу өсөн бер нисә варианты бар, тип хәбәр ителгәйне. Мөмкин булған сараларҙың береһе — биржала мотор яғыулығы менән сауҙалашыу күләмен арттырыу.

Фото: Олег Яровиков


Читайте нас