Новости
23 Май 2018, 21:00

Бөгөн республикала хәүефле һәм насар һауа шарттары фаразлана

Башгидрометүҙәк синоптиктары кесе йома, 24 майға, һауа торошона асыҡлыҡ индерҙе. Бөгөн республиканың ҡайһы бер райондарында ҡыҫҡа ваҡытлы, төньяҡта иһә бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә.

Башгидрометүҙәк синоптиктары кесе йома, 24 майға, һауа торошона асыҡлыҡ индерҙе. Бөгөн республиканың ҡайһы бер райондарында ҡыҫҡа ваҡытлы, төньяҡта иһә бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә.
«Айырым райондарҙа йәшен. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан секундына 7-12 метр, көндөҙ йәшен ваҡытында елдең секундына 16-21 метрға тиклем көсәйеүе мөмкин. Һауа температураһы көндөҙ 23-28°, — тип һөйләне метеорологтар. — Иртән юлдарҙа томан».
26 майға ҡәҙәр Башҡортостанда хәүефле күренештәр фаразы һаҡлана. Атап әйткәндә, Хәйбулла районында ғәҙәттән тыш хәл — 5-се класлы янғын хәүефе көтөлә. Көндөҙ йәшен мәлендә ел көсәйә.

Читайте нас