Новости
21 Май 2018, 21:00

Республикала йөк поезы бер ҡатынды үлемесле йәрәхәтләгән

Башҡортостанда тимер юлында йөк составы бер ҡатынды үлемесле йәрәхәтләгән. Фажиғәле осраҡ 20 майҙа көндөҙ Раевка — Шафран аралығында (1505-се саҡрым) теркәлгән, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Тәфтиш комитетының Волга буйындағы транспорт өлкәһендә тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

«Һәләк булған ҡатын-ҡыҙҙың шәхесе асыҡланған. 1978 йылғы ҡатын ауыр йәрәхәттәр алған һәм урында йән биргән. Тикшереү бара», — тип аңлатма бирҙе ғәҙәттән тыш хәлгә Рәсәй Тәфтиш комитетының Волга буйындағы транспорт өлкәһендә тәфтиш идаралығы етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы, юстиция подполковнигы Дмитрий Захаров.
Фажиғә мәлендә ҡатын иҫерек булған тигән фараз бар.

Фото: Олег Яровиков

Читайте нас