Новости
6 Мая 2018, 21:00

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында 9 майҙа дауаханаларҙың һәм поликлиникаларҙың нисек эшләйәсәген һөйләнеләр

Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы байрам аҙнаһына медицина учреждениеларының эш графигын баҫып сығарҙы.Атап әйткәндә, байрам алды шишәмбе көндө, 8 майҙа дауаханаларҙың һәм поликлиникаларҙың эш ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡара.

Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы байрам аҙнаһына медицина учреждениеларының эш графигын баҫып сығарҙы.
Атап әйткәндә, байрам алды шишәмбе көндө, 8 майҙа дауаханаларҙың һәм поликлиникаларҙың эш ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡара.
9 майҙа республикалағы амбулатор-поликлиника учреждениелары иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө 4-кә тиклем эшләй, шул иҫәптән кисектергеһеҙ табипты өйгә саҡыртыуҙар көндөҙгө 3-кә тиклем ҡабул ителә.
Стационарҙарҙа ашығыс һәм планға ярашлы медицина ярҙамы өсөн запас койкалар ҡаралған. Шулай уҡ байрам көндө кисектергеһеҙ стоматология ярҙамы кабинеттары дежурҙа була.

Читайте нас