Стәрлетамаҡтағы 1-се мәктәптең 9-сы коррекция класы уҡыусыһы уҡыусыларға һәм информатика уҡытыусыһына бысаҡ менән
ташланған, һуңынан бүлмәгә ут төрткән. Һөҙөмтәлә дүрт кеше: уҡытыусы, ике уҡыусы ҡыҙ һәм енәйәтсе үҙе яраланған. Уларҙың барыһы ла уртаса ауырлыҡтағы йәрәхәттәр менән ҡала дауаханаһына оҙатылған.