Новости
18 Апрель 2018, 21:00

Республикала балалар баҡсаһында тәрбиәсе ҡайнар һыулы кәстрүлде баланың өҫтөнә ауҙарған

Туймазы ҡалаһындағы балалар баҡсаларының береһендә фажиғәле осраҡ теркәлгән. Тәрбиәсе һаҡһыҙлыҡ арҡаһында ҡайнар һыулы кәстрүлде баланың өҫтөнә ауҙарған. Тәне бешкән бала реанимацияға оҙатылған.

Туймазы ҡалаһындағы балалар баҡсаларының береһендә фажиғәле осраҡ теркәлгән. Тәрбиәсе һаҡһыҙлыҡ арҡаһында ҡайнар һыулы кәстрүлде баланың өҫтөнә ауҙарған. Тәне бешкән бала реанимацияға оҙатылған, тип хәбәр итә «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанаҡҡа һылтанма менән.
Ғәҙәттән тыш хәл 17 апрелдә иртән булған. Яҡынса мәғлүмәт буйынса, әле ҡыҙыҡайҙың хәле тотороҡланған.
Республика Тәфтиш комитетында мәғлүмәт раҫланды.
«Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш органдары әлеге осраҡ буйынса тикшереү уҙғара», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы, юстиция полковнигы Светлана Абрамова.

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы


Читайте нас