Новости
16 Апрель 2018, 21:00

Төбәктә был аҙнала ҡояшлы көндәрҙе ямғыр алмаштыра

Был аҙнала республика биләмәһендә үҙгәреүсән һауа торошо һаҡланасаҡ, тип хәбәр итә Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы.

Был аҙнала республика биләмәһендә үҙгәреүсән һауа торошо һаҡланасаҡ, тип хәбәр итә Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы.
17 апрелдә яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы төндә -1,-6, урыны менән +3, көндөҙ 7-12 градус йылы буласаҡ.
18 апрелдә көндөҙ төбәктең көньяҡ-көнбайышы буйынса бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Төндә -3, +2, көндөҙ 7-12 градус йылы.
19 апрелдә урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал, республиканың көньяғы буйынса уртаса. Һауа температураһы төндә 0,+5, республиканың төньяғы буйынса -3, көндөҙ 8-13 градус.
Аҙнаның икенсе яртыһында яуым-төшөм ихтималлығы арта. Болоттар ҡаплауға күрә һауа температураһы бер аҙ түбәнәйәсәк.
Рәсәй Гидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, апрелдең икенсе декадаһында республика биләмәһендә уртаса тәүлек температураһы норманан 1-2 градусҡа түбән булыуы көтөлә.
Фото: Олег Яровиков

Читайте нас