Стәрлетамаҡ районында йәшәүсе ир кеше балыҡ тотҡанда һуғыш кәрәк-ярағын табып алған. 67 йәшлек ир балыҡ тотоу өсөн урын эҙләп Ағиҙел йылғаһы буйлап китеп барғанда һыуҙа сүп-сар өйөмөндә снаряд һыҙатын күреп ҡалған. Пенсионер был хаҡта полицияға хәбәр иткән. Урынға ОМОН-дың инженер-техник бригадаһы сыҡҡан. Саперҙар шикле әйберҙе сығарған һәм уның артиллерия снаряды икәнлеген асыҡлаған. Уның эсендә шартлатҡыс матдәләр юҡ, муляж хәүеф тыуҙырмай, тип хәбәр иттеләр Рәсәй гвардияһының матбуғат хеҙмәтендә.