Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Салауат Юлаев» хоккей клубы ағымдағы миҙгелдә өлгәшкән һөҙөмтәләрҙе «өслөгә» баһаланы. Ошо хаҡта ул кисә журналистар менән әңгәмәлә белдерҙе.
— Ысын көйәрмән булараҡ, «Салауат Юлаев»тың плей-офтың икенсе түңәрәгендә сығышын тамамлауы менән ҡәнәғәт булмауыбыҙҙы әйтә алам. Беҙ конференция финалы – командабыҙ өлгәшергә тейеш иң кәм кимәл тип ышандыҡ, – тине төбәк етәксеһе. – Шуға «Салауат Юлаев»ҡа быйыл күрһәткән һөҙөмтәһе өсөн сибек кенә «өслө» ҡуйырға мөмкин. Шунан сығып, командала ҡайтанан үҙгәрештәр буласаҡ, әлбиттә.
Рөстәм Хәмитов әлеге мәлдә ғәмәлдәге баш тренер Эркка Вестерлундтың клубта эшен дауам итеү мәсьәләһе өйрәнелеүен белдерҙе. Ҡарар алдағы ике көндә ҡабул ителәсәк. Бынан тыш, республика Башлығы команданан биш уйынсы китеүен хәтергә төшөрҙө. Яҡын арала уларға тағы биш хоккейсы эйәрәсәк.
— Ысынында иһә, бөгөнгө көнгә уйындың сифаты ла «аҡһай» һәм, иң мөһиме, уйынсыларҙың һөҙөмтәһе, фиҙаҡәрлек, клубтың, республиканың уй-фекерҙәренә тоғролоҡ юҡ. Ул аҡса өсөн уйнарға килгән бизнесмен-кешеләр. Улар өсөн «республика», «команда», «көйәрмәндәр» һүҙҙәре өсөнсө-дүртенсе урында тора, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Был психологияны емерергә кәрәк. Клубҡа үҙ тәрбиәләнеүселәребеҙҙе, бынан тыш, аҡса эшләргә генә түгел, ә ысынлап уйынға бирелгән кешеләрҙе йәлеп итәсәкбеҙ.
Төбәк Башлығы һүҙҙәренсә, бөтә командаларҙа ла финанс мәсьәлә патриотик хис-тойғоларҙан өҫтөнлөк итә, әммә «Салауат Юлаев» өсөн ул һуңғы йылдарҙа төп факторға әйләнде.
— Бынан сығып, һис шикһеҙ, командала күп нәмәне үҙгәртергә кәрәк. Аҡса эшләү психологияһын илһөйәрлеккә, командабыҙға һәм республикабыҙға ҡарата һөйөүгә алмаштырыу талап ителә. Был беҙҙең килеп сығыр тип ышанам, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Фото: «Салауат Юлаев» хоккей клубы сайты