Сергей Семак «Өфө» футбол клубын 2016 йылдың декабренән алып етәкләне. 2016/2017 миҙгел клуб өсөн уңышлы булды – Өфө командаһы етенсе урын алды, үҙ тарихында Рәсәй футбол премьер-лигаһында иң юғары урын. 2017/2018 миҙгелдә 24 турҙан һуң «Өфө» турнир таблицаһында алтынсы баҫҡысты биләй.