Новости
29 Март 2018, 21:00

Төбәктә 15 йәшлек ҡыҙҙы мыҫҡыл иткән ирҙе эҙләйҙәр

Башҡортостанда 15 йәшлек ҡыҙҙы көсләгән билдәһеҙ ирҙе эҙләйҙәр. Енәйәт кисә Мәләүез ҡалаһында ҡылынған. «Башҡортостан» дәүләт телерадикомпанияһы мәғлүмәттәре буйынса, был хәл гаражда булған.

Башҡортостанда 15 йәшлек ҡыҙҙы көсләгән билдәһеҙ ирҙе эҙләйҙәр. Енәйәт кисә Мәләүез ҡалаһында ҡылынған. «Башҡортостан» дәүләт телерадикомпанияһы мәғлүмәттәре буйынса, был хәл гаражда булған.
«Енси характерҙағы көс ҡулланыу» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, әле тикшереү бара, ваҡиға сәбәптәре асыҡлана», – тип хәбәр итә баҫма Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтенә һылтанып.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан


Читайте нас