Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы Рәсәй Президентын һайлауҙа тауыш биреү йомғаҡтарын раҫланы. Ғәмәлдәге дәүләт башлығы Владимир Путин иң күп тауыш алды — 76,69%.
КПРФ партияһынан кандидат Павел Грудинин — 11,77%, Владимир Жириновский (ЛДПР) 5,65% йыйҙы. Артабан «Гражданлыҡ инициативаһы» партияһынан кандидат Ксения Собчак, «Яблоко» партияһының федераль сәйәси комитеты башлығы Григорий Явлинский, бизнес-омбудсмен Борис Титов, «Рәсәй коммунистары» партияһы лидеры Максим Сурайкин (0,68%), «Рәсәй дөйөм халыҡ союзы» партияһынан кандидат Сергей Бабурин (0,65%) килә.
Путин өсөн 56,43 миллион кеше тауыш биргән. 2000 йылда ул — 52,94% (39,74 миллион һайлаусы); 2004 йылда 71,31% (49,563 миллион) йыйған. 2012 йылдағы һайлауҙа 45, 602 миллион кеше (63,60%) Путинды яҡлаған. Быйыл Путин президент һайлауында дүртенсе тапҡыр ҡатнашты.