Башҡортостанда синоптиктар эш аҙнаһының һуңғы көнөндә температураның түбәнәйеүен фаразлай. Йома, 23 мартта, республикала ҡар, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы, еңелсә буран сығыуы, боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -6,-11°, урыны менән -16°, көндөҙ -1,-6°.
Шәмбе, 24 мартта, ҡар яуыуы дауам итә, еңелсә буран сығыуы ихтимал. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -9,-14°, көндөҙ 0,-5°.