Иртәгә, 22 мартта, Башҡортостандә йәнә һауа торошоноң боҙолоуы көтөлә. Башгидрометүҙәк мәғлүмәте буйынса, Уралға сираттағы Урта диңгеҙ циклоны ашыға. Уның әйләнеп йөрөүе һөҙөмтәһендә 22 мартта ҡар яуыуы, республиканың көньяғы буйынса көслө ҡар яуыуы, көндөҙ ҡарға ямғыр ҡушылыуы көтөлә. Айырым райондарҙа синоптиктар боҙлауыҡ, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүен, юлдарҙа ҡар һырынтылары, еңелсә боҙлауыҡ булыуын фараз итә. Һауа температураһы көндөҙ +2,-3 градусҡа тиклем күтәреләсәк.
Йома, 23 мартта, атмосфера күренешенең көсөргәнешлелеге кәмейәсәк, һауа температураһы түбәнәйәсәк.